Башҡортостанда уҙған йылда ут һәм һыу ҡорбандары кәмегән

Өфөлә ҡотҡарыусылар 2022 йылға йомғаҡ яһаны. Былтыр республикала 10 мең 880 янғын сыҡҡан. ғәҙәттән тыш хәлдәр өс тапҡырға аҙыраҡ булған, урман янғындары майҙаны 49 тапҡырға кәмегән. Республикала иҫкәртеү системаһы тәртипкә килтерелә, яңы техника һәм ҡорамалдар тапшырыла. Былтыр федераль үҙәктән 13 автомобиль, шулай уҡ пилотһыҙ осҡостар менән идара итеү пункты бирелде. “Хәүефһеҙлек мәктәбе” тигән балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәте эшләй. Унда 2 меңдән ашыу уҡыусы йәләп ителгән.