Рәсәй төбәктәренә ике йылда 150 меңдән ашыу төҫлө контейнер тапшырылған

Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 2,5 миллиард һум бүленгән. “Экология” милли проектына ярашлы, илдә 192 сүп-сар эшкәртеү заводы төҙөлгән. Башҡортостанға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға 169 миллион һум йүнәлтелде. Был аҡсаға 11 меңдән ашыу төҫлө сүп һауыты ҡайтарылды.