Өфө аша ике ҡатлы поезд үтәсәк

Ул 23 февралдә Һамарҙан ҡуҙғала һәм Екатеринбургка тиклем бара. Сәфәр 4 көнгә  иҫәпләнгән. Башҡортостан  баш ҡалаһында  экскурсия ҡаралған. Туристар Милли музейҙа була, уҡ атыусылар һәм  ҡурайсылар сығышын ҡарай, башҡорт аш-һыуын тәмләй.