Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн ҡорбан салынды

Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы тырышлығы менән хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн ҡорбан салынды. Хәрбиҙәр именлегенә ойошторолған мәжлестә башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт тә саҡырылды. Уға хөрмәт йөҙөнән бүрек бүләк иттеләр.

Әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы отпускта булған дин әһеле һорауҙарға яуап бирҙе, егеттәребеҙҙең махсус хәрби операция зонаһындағы хәл-торошо, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләне. Осрашыуҙа ойошма составындағы күрше район вәкилдәре лә ҡатнашты. Әйткәндәй, Хәмзә хәҙрәт ялы тамамланып ошо көндәрҙә хәрби операция биләмәһенә юлға сығырға әҙерләнә.