Яңы спектакль Максим Горькийҙың «Һуңғылар» әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән. «Атай» тип исемләнгән тамаша өҫтөндә Санкт-Петеребург ҡалаһынан ижади төркөм эшләгән. Атайҙар һәм балалар темаһын яҡтыртҡан спектакль федераль проект сиктәрендә сәхнәгә сығарылған. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Үҙ ваҡытында цензура талаптарын үтә алмай, бер нисә тапҡыр үҙгәртеп яҙылған пьеса бөгөн яңы күҙлектән тамашасы иғтибарына тәҡдим ителә. Заман үҙгәрә, әммә әҫәр уртаһында ярылып ятҡан ғаилә ҡиммәттәре мәңгелек. Дөрөҫөрәге, пьесала уларҙың булмауы тамашасыны уйға һала. Геройҙар ғаилә бөтөнлөгөн аңлап етмәй, бер-береһен ҡәҙерләмәй. Башлыса балаларына ҡарата ата-әсәләрҙең вайымһыҙ мөнәсәбәте йәштәрҙең яҙмышын боҙоуға алып килә.
Өфө тамашасыһына спектаклде төньяҡ баш ҡаланан килгән ижади төркөм сәхнәләштерергә ярҙам иткән. Ҡуйыусылар һүрәтләнгән ғаиләнең тарҡалыуын төрлө алымдар менән күрһәтергә тырыша: сәхнәләге ярым ҡараңғылыҡ, артистарҙың ҡара костюмдары күҙгә бәрелеп тора. Барыһы ла геройҙарҙың выжданһыҙлығы тураһында һөйләй кеүек. Яңы режиссер менән эшләүе ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы булды, ти артистар.
Драмала ҡыҙҙарҙың исемдәре символик мәғәнә эйә: Вера, Надежда, Любовь. Тик ғаиләлә ышаныс та, өмөт тә, мөхәббәт тә юҡ. Әйткәндәй, спектаклдә ҡатнашыусы бер нисә артист тамашасы урынында ултыра. Тамаша тере тауышлы йырҙар менән оҙатыла.
Санкт-Петербург ижад төркөмө әҙерләгән спектаклде Өфө тамашасыһы аншлаг менән ҡабул итте. Премьераның ике көнөндә лә билеттар алдан уҡ алынып бөткәйне. Спектаклде тағы ла 18 февралдә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина