Бөгөн яҡташтарыбыҙ «Өфө-Арена» боҙ һарайында Череповецкиҙың «Северстале» менән осраша.Ҡунаҡтар иҫәбендә өс уйын рәттән еңеү. Һуңғы уйында Андрей Разин тәрбиәләнеүселәре Астанала урындағы «Барысты» еңгәйне. Бөгөн Северсталь юлаевсыларҙан отолмаһа, команда Көнбайыштың 8-се баҫҡысындағы урынды ҡайтара ала. Өфө клубы, «Авангард»тан бер балға артта ҡалып һәм «Адмирал»ды 4 балға уҙып Көнсығыш конференцияла 6-сы урынды биләй. Уйындың тура трансляцияһын бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканлы эфирында киске сәғәт ете тула 15 минутта ҡарағыҙ.