33 йәшлек ир йәшерен урындан эре партия илертеүсе матдәләр алып, өйҙә уларҙы бәләкәй ҡаптарға тултырған. Уның ҡуртымға алынған фатирында 430 грамм наркотик табылған. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир психоактив онтаҡтарҙы билдәләнгән урынға йәшереп, һатырға йыйынған.