Әбйәлил районында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына гуманитар ылау әҙерләй

Хәлил ауыл биләмәһе халҡы был эшкә әүҙем ҡушылған. Улар хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡ әйберҙәре менән бер рәттән тыуған ерҙән милли ризыҡтарыбыҙ, шул иҫәптән ҡорот, талҡан, туҡмас, бауырһаҡ һәм бал оҙатасаҡ. Тыуған ил һаҡсылары өсөн йөн ойоҡ, бирсәткә бәйләүселәр ҙә табылған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ҡулдарынан килгәнсә яуҙағы ир-егеттәргә ярҙам итергә ынтылған. Әлеге ваҡытта ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары бар әйберҙәрҙе һауыттарға тултырыу менән мәшғүл. Яҡын көндәрҙә гуманитар ылау  махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.