Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылыштары бара. Йәрмәкәй районы халҡы ла үҙ биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекта әүҙем ҡатнаша.
Һыуыҡҡул халҡының был программала ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Урындағы кешеләр уның ярҙамында ауылда мөһим проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлеген яҡшы белә. Мәҫәлән, 2017-2019 йылдарҙа республика ҡаҙнаһы һәм берлектә финанслау сиктәрендә йыйылған аҡсаға Һыуыҡҡул ауыл клубы, Күпсәнәй һәм Яланшишмә ауылдарында зыярат кәртәләре ремонтланды. Был юлы Һыуыҡҡулда йәшәүселәр Дан аллеяһын төҙөкләндереүҙе хәл итте. Бының өсөн һәр йорт хужалығынан 600-шәр һум йыйырға килешелде, был проект хаҡының 10 процентын тәшкил итәсәк. Бынан тыш, бағыусылар - 10, ә ауыл биләмәһе - 15 процент финанс ярҙам күрәһәтәсәк.
Һыуыҡҡулда тыуып үҫкән яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән айырыуса әһәмиәтле.
Спартак ауыл биләмәһе был программала 9-сы йыл рәттән ҡатнаша, һәм уларҙың проекттары дүрт тапҡыр еңеүсе була. Быйылғы конкурста ҡатнашыу өсөн улар «Мобиль янғын комплексы» проектын һайланы. Уның дөйөм хаҡы яҡынса 700 мең һум. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа «Спартак-Агро» йәмғиәте бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәсәк. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, берлектәге эшмәкәрлек ауылдың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бик мөһим. «Мобиль янғын комплексы»на шулай уҡ Оло Зиңгәрәй ауылы халҡы ла өҫтөнлөк биргән, ә Рәтамаҡтар «Ҡыҙҙар шишмәһе»н төҙөкләндерәсәк.