Өлкән йәштәге граждандарҙың хеҙмәт, социаль әүҙемлегенә булышлыҡ итеү буйынса Берҙәм көн ойошторолдо

Башҡортостандың барлыҡ мәшғүллек үҙәктәрендә 50 йәштән өлкәнерәк граждандарҙың хеҙмәт һәм социаль әүҙемлегенә булышлыҡ итеү буйынса Берҙәм көн ойошторолдо. Күләмле акция былтыр майҙа төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан иғлан ителеп, ай һайын һәр һуңғы йома уҙғарыла башланы.

Ярты йыл эсендә сара майҙансыҡтарында дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың дүрт йөҙө уңышлы эш урыны тапҡан. Акция сиктәрендә хаҡлы ялдағылар һәм пенсия алды йәшендәгеләргә профориентация, финанс грамонталығы, хеҙмәт һәм пенсия ҡануниәте, вакансиялар буйынса бушлай консультация күрһәтелә.