Тарихи дата айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың үҫмерҙәр уҡыу үҙәгендә Өфө автотранспорт колледжы студенттары менән осрашыу ойошторолдо.
Лениград ҡамауы ил тарихындағы иң аяныслы фажиғәләрҙең береһе. Төньяҡ баш ҡала халҡы 900 көн дауамында аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һынау кисерә. 1944 йылдың 27 ғинуарында ғына совет ғәскәрҙәре Нева буйындағы ҡаланы фашистар блокадаһынан азат итә. Шуға ла был дата Рәсәйҙә Хәрби Дан көнө тип иғлан ителгән.
Йылдар үтһә лә, меңдәрсә кешеләрҙең ғүмерен өҙгән ҡанлы йылдар онотолмай. Әммә йылдан-йыл дәһшәтле осорҙоң тере шаһиттары кәмей. Әммә китапханасылар әйтеүенсә, йәш быуын тарихты белеп үҫергә тейеш. Бөгөнгө осрашыуҙа Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге хеҙмәткәрҙәре Өфө автотранспорт колледжы студенттарына Ленинград тарихындағы дәһшәтле мәл, юғалтыуҙар, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланыуы хаҡында һөйләне.