Мәсетле районында билдәле яҙыусы Тәскирә Даянованың 75 йәшлек юбилейы уңайынан ижад кисәһе уҙҙы

Мәсетле районы Йонос ауылында билдәле яҙыусы Тәскирә Даянованың 75 йәшлек юбилейы уңайынан ижад кисәһе уҙҙы. Осрашыу урындағы мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашлығындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Юбилярҙы ҡотларға ҡәләмдәштәре лә килгәйне.

Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәшит Әхтәри һәм Мәхмүт Ҡашғари исемендәге премиялар лауреаты Тәскирә Даянова балалар яҙыусыһы булараҡ билдәле. Мәктәптә эшләгән йылдарында бәләкәйҙәр өсөн тәрбиәүи темаларға арналған әҫәрҙәргә ҡытлыҡ тойоп ижад итә башлай ул. 1994 йылда «Аҡһаҡ ҡарға бүләге» тигән тәүге әкиәт китабы баҫылып сыға. Бер үк ваҡытта драма түңәрәге өсөн пьесалар яҙа. Тәскирә Даянованың ижадында кеше һәм тәбиғәт темалары, экологик проблемалар киң яҡтыртыла.