Социаль газ үткәреү программаһы сиктәрендә Башҡортостанда утыҙ меңдән ашыу ер участкаһына тиклем газ торбалары һуҙылған, 19 меңдән ашыу йорт хужаһы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташҡан. Иң күп заявкалар - Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан килгән. Йыл башынан льготалы категория граждандарға сертификат күләме 100 мең һумға тиклем еткерелде.
Дәүләт ярҙамына Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, күп балалылар, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәр дәғүә итә. Былтыр Шишмә районы Келәш ауылынан Ҡаһармановтар ғаиләһе лә ил президенты иғлан иткән программала ҡатнашып, йорттарына зәңгәр яғыулыҡ үткәргән.