Йылайыр районы Юлдыбай ауылында үҙенсәлекле байрам үтте

Милли эсемлектәр донъяһында. Үҙенсәлекле байрам Йылайыр районы Юлдыбай ауылында үтте. Айыҡлыҡты, сәләмәт тормошто пропагандалаған сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Буҙа менән ҡымыҙ, кеүәҫ менән кеҫәл, әсе һөт эсемлектәре. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йорто был көндө төрлө милләт халыҡтарының милли эсемлектәрен тәмләп ҡарау майҙанына әүерелде. 13 ауыл биләмәһе байрамға үҙ ерлектәрендә үҫкән урман емеш-еләктәренән, балдан яһалған һуттар, ҡайын һыуы, шифалы үләндәрҙән сәйҙәр,хатта сәтләүектән әҙерләнгән кәһүәне лә тәҡдим итте.

Тик файҙалы, витаминдарға бай ризыҡ ҡулланғанда ғына - кеше һаулығы ныҡ була тигән фекерҙе быйыл Йылайыр районы намыҫын Айыҡ ауыл республика конкурсында яҡлаған Юлдыбай халҡы. Халыҡты иҫерткес эсемлектәрҙән арындырыу маҡсатында урында бихисап эштәр башҡарыла.

Милли эсемлекте яһау - ул уның борондан килгән әҙерләү ысулына, серҙәренә төшөнөү. Тимәк, Юлдыбайҙар ойошторған сара әүәлдән килгән йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә ҡайтып ҡала.

Айыҡ ауыл конкурсы урындағыларҙы берләштереүҙә, уларҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа, ауылды төҙөкләндерәүҙә ҙур роль уйнай. Мәрхәмәтлеккә лә юл һала. Сәләмәт, әүҙем тормош яҡлы Юлдыбайҙар милли эсемлектәр байрамынан һуң, махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә гуманитар ылау әҙерләүгә тотонасаҡ.

Әлфиә Хәмитова