Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шундай мәғлүмәт бирә. Беҙҙең республикала 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы округында беренсе урында. Статистиканан күренеүенсә, республикала ишле ғаиләләр һаны арта.