Башҡортостанда финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр үткәрелә башланы

Уны Рәсәй Банкы белгестәре ойоштора. Онлайн-курстарҙа мәктәп класс уҡыусылары, шулай уҡ колледж студенттары ҡатнаша ала. Балаларҙы шәхси финанс план эшләргә, банк карталары менән ҡулланырға өйрәтәләр, инвестиция, страховка, финанс хеҙмәттәргә бәйле файҙалы мәғлүмәт бирелә. Былтыр беҙҙең республика онлайн-дәрестәрҙә ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә 2-се урын алған.