Рәсәйҙә ВУЗға онлайн уҡырға инеү мөмкинлектәре киңәйҙе

Электрон сервисҡа өҫтәмә дәүләт һәм мәғлүмәт системалары тоташтырылған. Ҡулдан тултырырға тура килгән яуаптар сайтта автоматик рәүештә тейәлә. Теләгән юғары уҡыу йортона ситтән тороп документтар тапшырыу еңеләйә. Бынан тыш, ғаризаны шәхсән вузға килеп бирергә йәки почта аша ебәрергә була.