Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыш башланыу менән үҙ аллы эшләнгән һырғалаҡтарҙа 7 кеше йәрәхәттәр алған. Уларҙың 4-әүһе балалар. Тау шыуыу өсөн рәсми ойошторолған урындарҙа ғына хәүефһеҙлек саралары күрелә, тип хәбәр итәләр ведомствонан.