Март аҙағында сит илгә бизнес-миссия ойошторола. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәфәрҙә ҡатнашыу өсөн заявка бирергә кәрәк. Башҡортостан һәм Һиндостан араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Агротехнологиялар, энергетика, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге йүнәлештәрендә мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн яҡшы шарттар бар. Бизнес-миссия барышында дәүләт кимәлендә төрлө осрашыуҙар, форум һәм күргәҙмәләр була.