Радий Хәбиров: "Яҡшы йәнһүрәт төшөрөлдө"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтен  төшөрөү тамамланыуы тураһында  хәбәр итте. Уның  яҙыуынса, премьера яҙ аҙағында көтөлә, был ысын мәҙәни ваҡиға буласаҡ. "Яҡшы йәнһүрәт  килеп  сыҡты.  Сағыу, матур.  Бынан тыш, көнүҙәк  тә.  Ул  беҙҙең легендар  ата-бабаларыбыҙҙы  иҫкә  төшөрә",  тип яҙа  Республика Башлығы. Йәнһүрәттә 1788 йылда Рәсәй-Швеция һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре һүрәтләнә.