Тиҙҙән «Заспорт» компанияһының спорт һәм көндәлек кейем тегеү фабрикаһы эш башларға тейеш.Алға биләмәһендә еңеү сәнәғәткә махсуслашҡан ике предприятие эшләп килә. Уның береһендә эш бирсәткәләре етештерелһә, икенсеһендә махсус эш кейеме тегелә. «Заспорт» иһә Рәсәй олимпия йыйылма командаһын спорт кейеме һәм экипировка менән тәьмин итә. Башҡортостан башлығы киң мәғлүмәт сараларына интервьюһы барышында фабрика 2023 йылдың мартында эш башларға тейеш тип белдергәйне.
Республиканың төҙөлөшө һәм торлаҡ күҙәтеү дәүләт комитеты рәйесе яңыраҡ төҙөлөшө майҙансығында күсмә кәңәшмә үткәрҙе һәм «Алға» резиденты предприятиеһын сафҡа индереүгә әҙерлек барышына баһа бирҙе. Әле бында төҙөлөш- биҙәкләү эштәре тулыһынса тамамланған. Һыу һәм электр селтәрҙәрен һуҙырға ҡалған. Спорт кейеме тегеү фабрикаһы сафҡа инеү менән 300 яңы эш урыны асыла. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә барлығы 13 резидент иҫәпләнә. Проект икенсе йыл рәттән Рәсәйҙә иң йылдам үҫешкән йәш махсус иҡтисади үҫеш биләмәләре рейтингында беренсе урын яулай.