Ошо маҡсатта муниципаль ҡаҙнанан 4 миллион һум аҡса бүленә. Тимәк, 14 белгес торлаҡҡа тәүге иғәнә, йә ипотека кредитының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алып ҡыуанасаҡ. Субсидияға һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары дәғүә итә ала. Киләсәктә был исемлекте киңәйтеү, субсидияның дөйөм күләмен арттырыу күҙаллана. Программа тәү тапҡыр эшкә урынлашыусыларға һәм беренсел торлаҡҡа ҡағыла. Уға инеүселәргә Благовещен ҡалаһында һуңғы ике йылда төҙөлгән күп ҡатлы ике йорттан фатир тәҡдим ителә.
Яңы уҡыу йылында белем биреү системаһында 25 хеҙмәт урыны була.
Благовещен үҙәк район дауаханаһына участка терапевтары, травмотолог- ортопед, анестезиолог- реаниматолог, һәм узи белгесе талап ителә. Былтыр район дауаханаһынан Башҡорт дәүләт медицина университетына инеүселәргә лә 24 маҡсатлы йүнәлтмә бирелгән.
Былтыр был ихтыяжды ҡаплау өсөн 11 йәш белгес йәлеп ителгән. Уларға эш урынынан фатир бирелгән, ә торлаҡты ҡуртымға алыусыларға компенсация түләнгән. Шулай уҡ «Ауыл табибы» программаһы буйынса эшкә килеүселәр ҙә бар.