Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының муниципаль этабы үтте

Уҡытыусы һәм остаз йылын ҡаршылап. «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының муниципаль этабында Баймаҡ районының 14 педагогы һөнәри оҫталығын һынаны. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Йыл уҡытыусыһы конкурсының район кимәлендәге этабында Баймаҡ ҡалаһы, Урғаҙа, Аҡморон, Иҫке Сибай, 1-се һәм 2-се Этҡол ауылдары мәктәптәре уҡытыусылары үҙҙәрен һынап ҡарарға теләк белдерә. Урғаҙа мәктәбенән Илүзә Ниғәмәтованың хеҙмәт стажы - 33 йыл. Ул башланғыс класстар уҡытыусыһы. Конкурс сиктәрендә Илүзә Ниғәмәтова Баймаҡ ҡалаһының 5 -се һанлы мәктәбендә 3 Б класында урыҫ теленән асыҡ дәрес күрһәтте.

«Йыл уҡытыусыһы» конкурсы педагогтарҙы бар яҡлап һынай. Белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә лә, ойоштороу - проектлау йүнәлешендә лә конкурсанттар үҙ һөнәри оҫталығы менән уртаҡлашырға тейеш. Асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәрендә педагогтарҙың белем биреү алымдары, инновацион тәжрибәләре баһалана.

Конкурс талантлы, ижади педагогтарҙы танытыу һәм был изге һөнәргә ихтирамды арттырыу маҡсатынан ойошторола. Муниципаль этап финалистары «Йыл уҡытыусыһы», «Урыҫ һәм башҡорт телдәре уҡытыусылары», «2023 йылдың иң йәш уҡытыусыһы» республика конкурстарында район намыҫын яҡлаясаҡ.

Альбина Байегетова