Бирнә һандығы, ағас сана һәм патентлы ултырғыс. Әлшәй районында йәшәүсе ҡул оҫтаһы ағас һәм тимерҙән көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йорт йыһаздары эшләү менән мауыға. Күптән түгел уҙман кәүҙәне төҙ тотоу өсөн ултырғыс -эйәр уйлап сығарып, уның һыҙмаларын патентлауға ирешкән. Хәҙер Баязит Хәйруллиндың ҡоролмаһы Рәсәйҙең файҙалы моделдәре дәүләт реестрына индерелгән. Оҫта менән беҙҙең ижади төркөм осрашты
Ағас эшкәртеү станогының тауышы күңелгә ятҡан айырым бер моң һымаҡ, ти Баязит Хәйруллин. Буш ваҡытын ул оҫтаханала үткәрә. Ағас эшенә һөйөү уға атаһы менән олатаһынан күсә. Әле Баязит Фәхретдин улы сана эшләү менән мәшғүл.
Оҫта тимер эше менән дә шөғөлләнә. Металл ҡырҡыу станогы ауыл халҡы өсөн кәрәк-яраҡтар эшләргә ҡулай. Бигерәк тә бесән сабыу миҙгелендә. Күрше-күлән техникаһы ватылһа ярҙам һорап оҫтаға мөрәжғәт итә.
2019 йылда Баязит Хәйруллин кәүҙәне төҙ тотор өсөн ултырғыс-эйәр уйлап сығарған. Ултырғанда көс аяҡтарға төшә, шуға күрә һынды тура тоторға тура килә. Был ҡоролманы оҫта Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәтендә теркәгән. Уның ҙур хыялы - был моделде шифаханаларҙа, белем биреү учреждениеларына ҡулланышҡа индереү
Буш ваҡытында оҫта бирнә һандыҡтарын да эшләй. Был эшкә йүкә ағасы айырыуса ҡулай - ул ярылмай һәм йомшаҡ. Бер аҙна тигәндә йорт ҡаралтаһы әҙер була.
Лилиә Мәҡсүтова