Ауырғазы сувенирҙары халыҡҡа. Район эшҡыуарҙарының береһе бизнес үҫтереүгә алған грантын оҫтахана асыуға тотонған. Әле ул керамика әйберҙәре етештерә. Урындағы һөнәри уҡыу йорто студенттары ла оҫтаға ярҙамға килгән.
Зәки Нагаев ҡулсаны әйләндергән һайын балсыҡ яңы төҫ ала. Башҡорт халыҡ ижады персонаждары сувенарҙарҙа һынландырыла. Һәр әҫәргә оҫта күңел йылыһын һала.
Керамика әйберҙәрен эшләү өсөн 5 төр балсыҡ ҡулланыла. Уларҙың барыһы ла урындағы карьерҙарҙан сығарыла. Скультураларға материал әҙерләү, бик үк еңел эш түгел. Бының өсөн махсус ҡоролмалар талап ителгән.
«Балсыҡ иҙеүсе», «тирмән» , «көршәк ҡулсаһы» , экструдер һәм башҡа ҡоролмаларҙы оҫта үҙе уйлап тапҡан. Проект буйынса уларҙы район предприятиеларының береһе эшләп биргән. Оҫтахананы йыһазландырыу маҡсатында Зәки Нагаев былтыр бизнесты үҫтереү буйынса проектына конкурста ҡатнашып республика грантын алған.
Балсыҡтың һығылмалылығын үҙ иткән йәштәр оҫтаға ярҙамға ашыға. Уларҙың береһе буласаҡ дизайнер Лиана Ильясова. Сувенирҙар эшләү менән ул 8 кластан бирле мауыға. Әле Стәрлетамаҡ күп профилле колледжында белем ала. Киләсәген ул тап керамика сәнғәте менән бәйләргә теләй.
Оҫтахана ыҡсым ғына булһа ла бүлмәлә тығыҙ түгел. Ҙур булмаған бинала етештереү цехы һәм музей урынлашҡан. Кәштәләрҙә балсыҡ һындар менән бер рәттән Зәки Нагаевтың фотоһүрәттәре урын алған. Оҫтахана ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Балсыҡтың мөғжизәһен үҙ ҡулдары менән тойоп ҡарарға теләүселәргә сувенир яһап ҡарау мөмкинлеге лә бирелә.
Рафиҡ Әхмәтшин