Өфө сәхнәһендә Санкт-Петербург дирижёры

Ул тамашасыларға Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры башҡарыуында «Петербург эксклюзивы» тип исемләнгән программа тәҡдим итте. Махсус башҡорт музыка ҡоралдарына яраҡлаштырып яҙылған рус, балҡан, монгол һәм башҡа халыҡ көйҙәре Башҡорт дәүләт филармонияһында яңғыраны. Оркестр солистары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Башҡорт дәүләт филармонияһы залында - премьера. Сәхнәнән Өфө тамашасыһы быға тиклем ишетмәгән Монгол композиторы әҫәре яңғырай. «Сыңғыҙхандың алтын мисәте» композияһында төп музыкаль инструмент - моринхур көйө ағыла. Ҡыл ҡумыҙҙы хәтерләткән боронғо уйын ҡоралы монгол һәм бүрәт халыҡтарында тылсымлы көскә эйә, тип иҫәпләнә. Ҡылдары ат ялынан тарттырып бәйләнгән, ә грифы ат башы формаһында уйып эшләнгән инструмент башҡаларынан айырылып тора.

Ә был инде беҙҙең төбәккә хас моңдар. «Аҡ ҡалпаҡ», «Әпипә» - программа сиктәрендә милли көйҙәр заманса яңғырай. Үҙенсәлекле башҡарыуҙағы туған моңдарҙы тамашасы алҡышлап ҡабул итте.

Ысынлап та, концерт милли төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Көйҙәр саҡырылған ҡунаҡ - Санкт-Петербург дирижеры етәкселегендәге «Терема» Милли халыҡ уйын ҡоралдары йәштәр оркестры репертуарынан алынған. Бөтә композицияларҙың партитураһы махсус ошо тамаша сиктәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдарына яраҡлаштырып үҙгәртеп яҙылған. Музыканттар яңы дирижер менән эш уңышлы барҙы, тип билдәләй.

Санкт-Петербург дирижеры оркестр репертуарын ярайһы уҡ байытты. Программа тағы ла ҡабатланыр тип күҙаллана. Быйылғы тур сиктәрендә ижади коллективтың төньяҡ баш ҡалала ла сығыш яһауы көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина