Улар Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ялда ине, хәҙер алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайта. Яугирҙарҙы әсәләре, ҡатындары, туғандары һәм балалары оҙатып ҡалды.
Мобилизацияға йәлеп ителеүселәр Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бүленгән автобустарҙа үҙҙәренең бүлексәләренә барып етәсәк. Ошо уҡ транспорт сараһы отпуск алырға тейешле башҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе алып ҡайтасаҡ. Оҙон юлға сығыр алдынан төбәк етәксеһенең хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов яугирҙарға телмәр менән мөрәжәғәт итте. Ул Радий Хәбировтан ҡайнар сәләм һәм уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу теләген еткерҙе. Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана. Ул яҡындарығыҙ өсөн тыныс булһын өсөн барыһын да эшләй, - тине Алик Камалетдинов.
Бер нисә көн яҡындары эргәһендә булғандан һуң яҡташтарыбыҙ яңы көс менән үҙ урынына юллана. Отпуск мәлендә улар шулай уҡ муниципалитет етәкселәре менән осрашҡан. Яугирҙарҙан килгән бөтә һорауҙар һәм үтенестәр яҙып алынған, улар хәл ителәсәк. Хәрбиҙәрҙең ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә тигеҙ сафҡа теҙелгәндән һуң туғандары һәм яҡындары менән хушлашырға ваҡыт бирелде.