Беҙҙең республика көслө уҡытыусыларға һәм остаздарға бай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина тураһында яҙҙы.
«Яҡшы кешеләр тормошо» рубрикаһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина менән таныштырам. 1959 йылдан ул Бөтә Рәсәй олимпиадаһына йөҙҙән ашыу еңеүсе һәм призер, ике быуын уҡытыусылар әҙерләне. Уның уҡытыу алымдары әле лә ҡулланыла. Ҡыйғы районындағы тыуған мәктәбендә пионервожатый, Бөрө педагогия институты студенты, Салауат һәм Ҡыйғы райондарында химия һәм биология уҡытыусыһы. Һуңынан Өфө мәктәптәрендә эшләй.
Лиза Ҡыям ҡыҙы үҙенең уҡыусыларына һәр ваҡыт аҡыл менән эш итергә кәңәш итә. Әғәҙуллинаның химияға өйрәтеү методикаһы әле булһа көнүҙәк, уның буйынса Республика инженер лицей-интернатында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыталар, тип яҙған Башҡортостан башлығы.