Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар коллоналар оҙатыла, махсус хәрби операция зонаһында ылауҙы яҡташтарбыҙға таратыу ойошторолған. Бер үк ваҡытта яугирҙарҙың ғаилә-көнкүреш мәсьәләләре хәл ителә. Бар мөрәжәғәттәр бер урынға тупланып муниципаль берәмек башлыҡтарына тапшырыла. Беҙҙең ижади төркөм дә алғы һыҙыҡта булып егеттәрҙең йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Гуманитар йөк Мариуполь ҡалаһына юллана, ылау алғы һыҙыҡтағылар өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған, аҙыҡ-түлек, һыу, медикаменттар, кейем-һалым, йылытҡыстар. Юл ҡаты бәрелештәр булған ерҙәрҙән үтә, тирә-йүн-емереклектәр, йорттарҙан, заводтарҙан кирбес өйөмө генә ҡалған. Беҙҙең ижади төркөмө яҡташтарыбыҙ янына Башҡортостан хәрбиҙәре оҙатыуында бара. Тейешле нөктәгә етеү менән ылау тиҙ генә бушатыла, асыҡ һауа аҫтында оҙаҡ тороу хәүефле.
Был подразделение Башҡортостан һәм Һарытау егеттәренән тора. Яугирҙар әйтеүенсә, иң күп ярҙам Башҡортостандан килә, был юлы улар 30-сы гуманитар ылауҙы ҡабул итә. Мохтажлыҡ юҡ, барыһы ла етә, ти алғы һыҙыҡтағылар.
Махсус операция зонаһында логистика төркөмө ойошторолған. Улар гуманитар йөктө яҡташтарыбыҙға таратыу менән мәшғүл, көн һайын мең километр тирәһе юл үтелә. Бер юлы егеттәрҙән киләһе ылауға заказдар туплана, ғаиләләренә ярҙам буйынса үтенестәре яҙып алына.
Иң ҡатмарлы һәм хәүефле бурыс-гуманитар ылауҙы алғы һыҙыҡҡа алып барыу. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон хәрби бәрелеш линияһынан 1-2 километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Беҙҙең ижади төркөмдө яҡташтарыбыҙ янынан Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов оҙатып бара. Мәғлүм булыуынса Азат Шамил улы махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланды. Батальон командирының һәм яугирҙарҙың үтенесе буйынса яҡташтарбыҙҙы ойошҡан рәүештә отпускҡа ҡайтарыу мәсьәләһе ҡарала.
Штабта көндәлек проблемалар хәл ителгәндә яҡташтарыбыҙҙың хәле, кәйефе менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Егеттәр әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта хәрби рух. берҙәмлек көслө. Башҡортостан да бар яҡлап ярҙам итә, беҙ алыҫта булһаҡта тыуған еребеҙҙең йылыһын тоябыҙ, көс-ҡеүәт алабыҙ, ти яугирҙар.
Донбасста ҡараңғы иртә төшә, гуманитар ылау егеттәр янына һуң ғына барып етә. Йөктө бушатҡан арала хәүеф сигналы яңғырай, күктә украиндарҙың пилотһыҙ аппараты күренә. Подразделениеға тиҙ арала штабҡа йәшеренергә ҡушыла. Алғы һыҙыҡта атыу-шартлау тауыштарына өйрәнеп тә бөткәндәр, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта эш бер минутҡа ла туҡтамай.
Шайморатов батальонында киске аш мәленә тура киләбеҙ. Егеттәр Башҡортостандан килгән быҡтырылған ит менән макарон бешерә. Баймаҡ районынан Солтан ҡушаматлы яугир ғорурлығын йәшермәй. Республика батальондары аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк яраҡтар менән иң яҡшыһы тәьмин ителгән.
Алғы һыҙыҡтағылар уяулыҡты бер ваҡытта ла юғалтмай, сөнки хәүеф янда ғына һағалап тороуы мөмкин. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа тыуған яҡтан килгән күстәнәстәр, сәләм хаттары күңелгә йылылыҡ өҫтәй, еңеүгә көс бирә. Бигерәк тә балалар яҙған юлдар һөйөү, ихласлыҡ менән тулы.
Шайморатовсылар алғы һыҙҡтан ҡайтҡас хат авторҙары менән осрашырға, рәхмәт һүҙҙәренә еткерергә ниәтләй. Сөнки Еңеүгә көс-ҡеүәт берҙәмлек ярҙамында туплана.
Рәмзиә Кәримова