Ҙур экранда - «Төньяҡ Амурҙары»

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын баш ҡала майҙансыҡтарында күрһәтеү матур йолаға әйләнде. Сираттағы ижади проекттың исем туйы Мәскәүҙең Кино йортонда үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Анимация картина өҫтөндә эш ике йыл самаһы алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә проект ил кимәлендә лә танылыу ала. Тауыш яҙҙырыуҙа профессиональ артистар ғына түгел, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Мәҫәлән, анимация картинаһындағы Екатерина II тауышы аша Башҡортостан сенаторы Лилиә Ғүмәрованы танырға мөмкин.

Йәнһүрәт республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы менән «Муха» студияһы берлектә төшөрөлгән. Хикәйәләү үҙәгендә - 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының тарихы. Француздар башҡорт атлыларын уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн боронғо Рим илаһы менән сағыштырып, «Төньяҡ Амурҙары» тип атаған.

«Төньяҡ Амурҙары» - Башҡортостандың анимация өлкәһендәге ҙур күләмдә башҡарылған беренсе ҡаҙанышы. Ижади эш үҙ маҡсатына иреште тип әйтә алам. Проект юғары сифатлы. Башҡортостан башлығы, Мәҙәниәт министрлығы менән йәнһүрәтте киң прокатҡа сығарыу буйынса эш алып барабыҙ. Картинаны һәр кем ҡарарға тейеш. Сөнки, ул айырым республиканың ғына түгел, Рәсәй йылъяҙмаһы тарихы ла.

Алексей Рязанцев, «КАРО-Премьер» кино селтәре генераль директоры

Башҡорт йәнһүрәте быйыл май аҙағында федераль прокатҡа сығыр тип көтөлә. «Төньяҡ Амурҙары» аша тамашасыны Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырып, Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарҙың йылъяҙмаһын өйрәнергә этәргес бирер тигән өмөт уята.

Азат Ғәлиуллин