Өфөнөң янғынға ҡаршы ведомстволары сираттағы тапҡыр рейдҡа сыҡты

Янғын хәүефһеҙлеге һағында. Өфөнөң янғынға ҡаршы ведомстволары сираттағы тапҡыр рейдҡа сыҡты. Профилактик саралар көн һайын үтә. Бөгөн Сәғит Агиш урамындағы шәхси секторҙа йәшәүселәргә иҫкәрмәләр таратылды, янғынға ҡаршы ҡағиҙәләр еткерелде. Ҡыҙғанысҡа, күптәр ашығыс ярҙам саҡырыу телефон һандарын да белмәй булып сыҡты.

Рейд барышында ут сығыу осрағын иҫкәртеүсе ҡоролма алыу мөһимлеге билдәләнде. Яуаплы ведомстволар граждандарҙы даими рәүештә электр линияһы төҙөклөгөн тикшереп торорға, йылытыу приборҙары менән һаҡ эш итергә кәңәш итте. Статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, йыл башынан Өфөлә теркәлгән янғындарҙа ғына 9 кеше һәләк булған. Күңелһеҙ хәлдәрҙең күбеһенә эскән килеш тәмәке тартыу сәбәпсе булған.