Остап Баранов поезд кабинаһында йөрөргә хыялланған. Уның теләген Бөтә Рәсәй «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы сиктәрендә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов үтәне. Тәүҙә Өфөнөң Тимер юлы вокзалы буйлап экскурсия ойошторолдо. Остапҡа тиҙ йөрөшлө «Ҡарлуғас» поезы менән идара итеү мөмкинлеге бирелде. Кабинала төрлө төймәләргә баҫып, хыялы тормошҡа ашҡан малайға ошо уҡ поездың бәләкәй күсермәһе һынландырылған уйынсыҡ бүләк ителде.