Хәүефле ысул менән юлаевсылар овертаймда йәнә еңеү яуланы

Был юлы Өфө хоккейсылары Түбәнге Каманың «Нефтехимик» клубын отто. Иҫәпте икенсе осор уртаһында «Салауат Юлаев» уйынсы Райан Мёрфи асты. Әммә һуңынан дәғүәселәр ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Тәүҙә Вячеслав Лещенко, артабан Павел Порядин яҡташтарыбыҙ ҡапҡа артында ҡыҙыл ут тоҡандырҙы Төп ваҡыт аҙағына тиклем 5 минут ҡалғас Данил Алалыкин иҫәпте тигеҙләй алды.

Овертаймда баш тренер Виктор Козлов йәнә ҡапҡа һаҡсыһын алды һәм Александр Хмелевский Башҡортостан командаһы өсөн еңеү голын индерҙе. Иҫәп 3-2. Киләһе осрашыуын яҡташтарыбыҙ 1 февралдә Түбәнге Новгородта урындағы «Торпедо» менән үткәрә.