Баҡалы районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләгән

Туҡмас, быҡтырылған ит һәм йылы кейемдәр. Баҡалы районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләгән. Изге эшкә шәхси эшҡыуарҙар, мобилизацияланған ир-егеттәрҙең туғандары, ирекмәндәр тотонған. Йыйылған ярҙамды Баҡалылар хәрби операция биләмәһенә сираттағы ылау менән оҙатырға теләй.

Ҡатын-ҡыҙҙар туҡмасты күңел йылыһы, изге теләктәрен һалып ҡырҡып-йәйә. Иҫке Ҡорос, Иҫке Маты ауылы халҡы мобилизацияланған ир-егеттәргә туҡмас баҫа. Тиҫтәләп гүзәл зат үҙ теләге менән изге эшкә тотонған.

Шәхси эшҡыуар Людмила Рыцеваның хәрбиҙәргә ылау ебәрергә тигән теләген яҡындары ла күтәреп алған. Ҡатын-ҡыҙҙар 120 йомортҡаға туҡмас баҫҡан. Уны ҡырҡҡанда тик яҡшы уй уйларға кәрәк, сөнки был аҙыҡтың тәмен билдәләй, ти хужабикәләр.

Итһеҙ туҡмас булмай, шуға күрә Светлана менән Александр Мерәҫовтар ир-егеттәргә итте быҡтырып ебәрергә ҡарар иткән. Хәрбиҙәр ас йөрөмәһәләр ҙә, беҙҙең йөрәк йылыһын, хәстәрҙе тойорға тейеш, тигән фекерҙә йүнселдәр. Улар егеттәргә 50 банка быҡтырылған ит һәм 11 банка тоҙланған сало әҙерләгән.

«Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр хәрәкәте сиктәрендә махсус операцияла ҡатнашыусыларға йылы кейем, плащ, балаклавалар тегелә. Баҡалы районында Гөлнара Нәзипова башланғысы менән тегеү цехы барлыҡҡа килгән. Унда хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләүсе һәр кем туҡымалар, тегеү машиналары менән килә, матди ярҙам күрһәтә ала. Ирекмәндәр 70 йылы өҫ кейеме, балаклавалар теккән.

Ирекмәндәр хәрәкәтенә оло йәштәгеләр ҙә, шәхси эшҡыуарҙанр, тәжрибәле тегенселәр ҡушылған. Төп эшенән һуң улар һуңға тиклем ир-егеттәр өсөн кәрәкле кейемдәр тегә, күңел йылыһы менән бүлешә, хәрбиҙәргә хәстәрлек күрһәтә

Лилиә Мәҡсүтова