Башҡортостан мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса илдең алдынғы төбәктәре рәтендә

2022 йылда республикала "Мәктәптәрҙә белем биреү системаһын модернизациялау" программаһына ярашлы 63 бина ремонтланған. Бының өсөн 3 миллиард ярым һум бүленгән. Аҡсаның 600 миллион  һумы - республика ҡаҙнаһы өлөшө. Быйыл был программаға 77 мәктәп инә. Уларҙың ремонтлау өсөн 4 миллиард 300 миллион һум ҡаралған.

- Республикаға миллиардтар килә. Ремонт кәрәк булған объекттар һайлап алынды. Муниципаль контракттар төҙөлә. Беҙҙең балалар яҡты кластарҙа белем алһын өсөн тырышабыҙ, - тине Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.