Составында - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы сәнғәт әһелдәре, милли уйын ҡоралдарын пропагандалаусы виртуоз музыканттар - Рәмил Ғәйзуллин менән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов булған төркөм ошо көндәрҙә Мәсетле районында сығыш яһаған. Рәмил Ғәйзуллин сәхнәлә милли ҡоралдарҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарып, уларҙың тарихы менән таныштырҙы. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сағыу сығышын райондаштары дәррәү алҡыштар менән оҙатты.