Рәсәйҙә хәрби комиссариатты үртәргә маташыуҙы тәүге тапҡыр теракт тип баһаланылар

Нижневартовскиҙан Владислав Борисенко ошо статья буйынса хөкөм ителде. Урындағы хәрби комиссариатҡа янып китеүсе шыйыҡса менән шешә ташлағандан һуң ул 12 йыл ғүмерен ҡаты режимлы колонияла үткәрә. Башҡортостанда ла хәрби комиссариаттарға ут төртөргә маташыу осраҡтары  булды.