Илдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн психологик ярҙам үҙәге булдырылыуы ихтимал

Дәүләт Думаһы депутаты Борис Чернышов уны Мәскәүҙә асырға тәҡдим итә. “Хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарында психологик проблемалар булырға мөмкин. Бөгөн ошондай үҙәк ойоштороу мөһим”, тигән фекерҙә депутат. Башҡортостанда хәрбиҙәргә “Ғаилә” ресурс үҙәктәрендә психолог ярҙамы күрһәтелә.