Башҡорт драма театры бөйөк илсе Кәрим Хәкимовҡа арналған премьера тәҡдим итә

Спектакль танылған яҙыусы Нәжип Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйыла. “Кәрим Хәкимов ишле ғаиләлә үҫә. Тырышлығы һәм һәләте уға ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә. Ул дуҫлыҡ илсеһе”, - ти республиканың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

"Ҡыҙыл паша" премьераһы алдынан, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында "Кәрим Хәкимов - Кремлдең ғәрәп вәзире" күргәҙмәһе ойошторола. Экспозицияла фотоматериалдар, документтар, шулай уҡ илсегә арналған китаптар менән танышырға була. Тамашасылар совет дипломатының шәхси әйберҙәрен дә ҡарай ала. Спектакль 3 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм киске 7-лә тәҡдим ителә.