Башҡортостан ғалимдары криоген двигатель уйлап тапҡан

Әле ул һынау үтә. Электр машинаһы азот менән һыуытыла, уның температураһы -196 градусҡа тиклем етә. Был технология аппараттың ҡеүәтен арттыра. Йыл дауамында ҡоролған двигатель тулыһынса үҙебеҙҙә етештерелгән материалдарҙан йыйылған. Ҡоролма һынау үткәс, уны осоу аппараттары өсөн күпләп сығарыуҙары ихтимал. Двигатель «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерҙар мәктәбендә эшләнә. Уны Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары, аспиранттары, йәш ғалимдар уйлап сығарған.

Был эшкә студент, магистрант, аспиранттар йәлеп ителә. Коллективтың уртаса йәше 32 йәштән артмай. Студенттар дәрестәрҙә теорияны ғына өйрәнеп ҡалмай, беҙҙең инженерҙар мәктәбендә практика менән дә шөғөлләнә, машинаны уйлап сығарыу, һыҙма эштәрҙән уны төҙөүгә тиклем күрә ала, илдең эре предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә.

Руслан Уразбахтин, «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерҙар мәктәбе инженеры