Өфө - Белорет трассаһында мобиль элемтә һәм интернет барлыҡҡа киләсәк

Был турала дәүләт идараһының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Былтыр Сибай - Аҡъяр юлында йөҙ саҡрымдан ашыу арауыҡҡа юғары тиҙлекле интернет уҙғарылған. Өҫтәмә рәүештә дүрт станция урынлаштырылған. Хөкүмәт Премьер-Министры Андрей Назаров әйтеүенсә, пандемия шарттары республикала интернетты үҫтереүгә яҡшы этәргес бирҙе. Балалар дистанцион уҡыуға күсеү менән күп кенә төпкөл ауылдарҙа ла донъяуи селтәргә сығыу мөмкинлеге ойошторолдо.

Республика һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү федераль программаһы үтәлеше буйынса илдә тәүгеләр исемлегендә. Башҡортостандан был программала йөҙҙән алып биш йөҙгә тиклем кеше йәшәгән 1600 ауыл ҡатнаша. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 130 ауылға интернет уҙғарыу ҡаралған, йыл аҙағына тиклем тағы ла 117 ауыл виртуаль селтәргә тоташтырыласаҡ. Әйткәндәй, программаға инеүҙе урында йәшәүсе халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһе менән үҙе хәл итте.

Үҙ программабыҙ ҙа бар ине. Уға ярашлы, беҙ 256 ауылға интернет үткәрҙек. Хәҙер иһә ҡорамалдар алыу ҡатмарлашты, әммә эш туҡтатылмаясаҡ. Бар өмөт һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү федераль программаһына. Йөҙҙән алып биш йөҙгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа станциялар урынлаштырып элемтә , 4G форматындағы интернет үткәрергә иҫәп тотабыҙ.

Геннадий Разумикин, Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры