Оператив кәңәшмәлә Африка тағунын иҫкәртеү мәсьәләһе лә тикшерелде

Хәүефле сир әле ҡырағай фаунаға күсә. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса , ул Рәсәйҙең 32 төбәгендә 141 урында асыҡланған. Шул иҫәптән 48 процент йорт хайуандарына тура килһә, ҡалғандары ҡабандарҙа табылған. Республиканың баш ветеринар табибы Азат Йыһаншин белдереүенсә, ҡабандарҙы күпләп аулаған хәлдә лә улар тиҙ арала күрше төбәктәргә тарала. Шуға күрә ауыл хужалығы предприятиеларында һаҡланыу саралары теүәл үтәлергә тейеш.

Әгәр хәүеф янай икән малсылыҡ фермалары икенсе профилгә күсергә мәжбүр. Сөнки йоғошло сирҙән арыныуҙың берҙән -бер юлы- хайуандарҙы юҡ итеү. Шуға күрә башҡа мал үрсетеү хәйерлерәк, тине Азат Йыһаншин.