Башҡортостан поликлиникаларында диспансер тикшереү дауам итә

Сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, уларҙы дауалау өсөн ҡаралған медицина ярҙамы менән 18 йәштән алып өлкән йәшкә тиклемге граждандар файҙалана ала. Короновирус инфекцияһын кисереүселәр өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр индерелгән төплө диспансер күҙәтеүе ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөлә йәшәүсе Әнфисә Зарипова дүртенсе йыл рәттән диспансер тикшереү үтә. 66 йәшлек ханым йәшәү урыны буйынса теркәлгән поликлиника табиптарына күренеп, сәләмәтлеген нығыта. Терапевт юлламаһы буйынса ул байтаҡ анализдарҙы тапшырып, организмында иғтибар талап иткән һорауҙарҙы асыҡлаған, табиптар пациентты дауалау сараларын билдәләгән.

Диспансер тикшереү ваҡыты граждандарҙың тыуған йылына ҡарап билдәләнә, ә инде 40 йәштән алып бушлай тикшереү йыл һайын ойошторола. Поликлиникаға мөрәжәғәт итеп беренсе этапта ҡан анализы, маммография, флюрография, экг кеүек тикшереүҙәр уҙғарыла. Пациенттың сәләмәтлегенә һәм анализ һөҙөмтәләренә ҡарап кәрәк осраҡтарҙа өҫтәмә белгестәр йәлеп ителә. Өфөнөң 43-cө поликлиникаһында быйыл 30 меңгә яҡын пациент диспансер тикшереүе үтер тип көтөлә.

Башҡортостанда үлем осраҡтарын кәметеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Хәүефле сирҙе иртә стадияла асыҡлау, һөҙөмтәле дауалау саралары граждандарҙың ғүмерен оҙайтыу өсөн ойошторола. Диспансер тикшереү өсөн эшләп йөрөгән кешеләргә түләүле ял көнө бүлеү ҡаралған.

Флорида Ким