Был турала тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төбәктә уҙған форумында белдерелде. Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы француз яуында Парижға тиклем барып еткән башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған төйәге. Яҡташтары легендар шәхестең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, ауылда Ҡаһым түрәгә һәм башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған, музей эшләй. Киләсәктә уның фонды тағы ла байыр тип көтөлә.
Түңәрәк өҫтәл артында барған һөйләшеүҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында фекер алышынды. Ошонда уҡ күргәҙмә лә ойошторолдо. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Фәйзрахман Исмәғилев менән Илдар Ғаянов сараға Ҡаһым түрәнең батырлығын сағылдырған картиналар серияһын алып килгән. Был ижад емештәрендә Төньяҡ амурҙары тип данланған башҡорт полктарының яуға йыйынған мәле, ҡаты алыштар барышы, Парижды алғандан һуң Сен-Жермен майҙанында Еңеүҙе билдәләүҙәре сағыла. Әле Ҡаһым түрәгә арналған дүртенсе картинаны яҙам, ти Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев.