Өфөнән Сәмәрҡәндҡә тура рейс асыла

Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. «Вәғәҙә биргәнсә, тура рейс асабыҙ. «Азимут» авиакомпанияһы самолеты баш ҡаланан 17 февралдә оса. Юлға 3 сәғәт китә. Осоштар аҙнаһына бер тапҡыр йома башҡарыла. Быны бик яҡшы яңылыҡ, тип иҫәпләйем. Үзбәктәрҙең беҙҙең авиабәйләнеш булдырыу ҡарарын хуплауҙары өсөн шатмын», - тип яҙған Радий Хәбиров.

Сәмәрҡәнд Азиялағы иң гүзәл һәм боронғо ҡалаларҙың береһе иҫәпләнә. «Үзбәкстанда танышыр урындар күп. Өфө менән Башҡортостанда ла ҡунаҡтарға күрһәтер ҡаҙаныштар етерлек. Туристар ҡәнәғәт ҡалыр тип ышанам», тигән республика етәксеһе.