Башҡортостанда йәшәүселәр 725 меңдән ашыу карта һатып алған, 450 мең уҡыусы картаһы бирелгән. Проектты тормошҡа ашырыу башланғандан алып, пассажирҙар 450 миллион тапҡыр уңың менән иҫәпләшкән. 11 миллиард һумдан ашыу аҡса түләнгән. Был турала Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдерҙе.
Башҡа һанлы проекттар, мәҫәлән, «Берҙәм электрон белем биреү мөхите» программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙа уңышлы бара. Ул 5 системанан тора. Электрон көндәлекте көн һайын 1 миллион самаһы уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм педагогтар ҡуллана. Системаға 500-ҙән ашыу мәктәп туҡланыу комбинаттары ҡушылған.