Ул тауыш ярҙамында идара ителгән виртуаль ярҙамсы. Артем Шәрипов виртуаль ярҙамсылар уйлап табыу менән 3 курста уҡығанда ҡыҙыҡһына башлай. Ул ошо темаға фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә, проект әҙерләй. Артемдың уҡытыусыһы проектты «Студенттар стартапы» конкурсына ебәрергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙҙың асышы 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ була. Виртуаль ярҙамсы менән өлкән быуын вәкилдәре, физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр ҡуллана ала, был уларға компьютер менән эшләүҙе еңелләштерәсәк. Яңы проектты уйын индустрияһы өсөн дә файҙаланырға мөмкин.