Өс көмбәҙле бинаға зәңгәр яғыулыҡ, һыу үткәрелгән, эске яҡтан биҙәү, электр уты үткәреү эштәре генә ҡалған. Объектҡа нигеҙ 2015 йылда һалынған, уны күтәреүгә яҡынса 40 миллион һум Хәйриә аҡсаһы йәлеп ителгән. Ҡорам ишектәре бөгөндән үк халыҡ өсөн асыҡ, төҙөлөш тамамланғас ғибәҙәтхананы изгеләндереү йолаһы үтәләсәк.