Хәйбулла районында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Артур Сурин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторолдо. Ярышта мәктәп уҡыусылары командалары ҡатнашты.
Артур Шәйхетдин улы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуып үҫә. Ябай педагогтан Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Фиҙаҡәр хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән баһалана. Ярышҡа килгәндә, ул тәүге минуттарҙан уҡ ҡыҙыу барҙы.
Турнир кубогын майҙан хужалары - «Салауат Юлаев» йыйылма командаһы уйынсылары яуланы. Уларға бағыусыларҙан сәкән, махсус форма һәм башҡа спорт кәрәк-яраҡтары тапшырылды. Әйткәндәй, быйылғы ярыш яңы хоккей коробкаһында ойошторолдо. Урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү яулап, республиканан бүленгән финанс ярҙамды биләмәлә спортты үҫтереүгә йүнәлткән.