Был турала Хөкүмәт ағзалары һәм район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үткән ултырышта Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, төбәктә барлығы 60-лап дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты иҫәпләнә. Уларҙың 46-һы муниципаль кимәлдә тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында кампус, шулдай уҡ алты мәктәп төҙөлөшөнә эре концессияларға ҡул ҡуйылған. Сибайҙа балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеүгә иҫәпләнгән ял лагеры төҙөләсәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 8 концессияға ҡул ҡуйылған. Бынан тыш, әлеге ваҡытта иҡтисади үҫеш министрлығында һаулыҡ һаҡлау, экология, транспорт һәм спорт өлкәләренә ҡағылышылы, инвестиция күләме 60 миллиард һумлыҡ тағы ла 6 проект әҙерләнә.
Кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Мәҫәлән, ике йыл эсендә республикала хоҡуғы теркәлмәгән объекттар һаны 265 мең берәмекккә кәмегән. Андрей Назаров белдереүенсә, «Биләмәләр мәғлүмәттәре милли системаһы» программаһын тормошҡа ашырғанда системаны тейешле мәғлүмәттәр менән тулыландырыу Президент тарафынан Росреестрҙың, төбәк һәм муниципаль власть органдарының өҫтөнлөклө мәсьәләләре булараҡ билдәләнгән. Башҡортостанда был проект 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш.